6 декабрь, Шишәмбе

18 апрель 2011 йыл, 12:33

Күмертау эшҡыуарҙары менән Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше мәсьәләләрен тикшерҙе

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

16 апрелдә Күмертауҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың көньяғына эш сәфәре сиктәрендә ҡала вәкилдәре менән осрашты. Улар республика башлығына бизнес үҫешен тотҡарлаған бер нисә мәсәьәлә хаҡында һөйләне. Шулар иҫәбендә – әйләнештә средстволарҙың етешмәүе, кредиттар буйынса ставкаларҙың көс еткеһеҙ булыуы, административ кәртәләр һәм электр энергияһына юғары тарифтар.

Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәтенең Рәсәй Энергетика министрлығы менән үҙ-ара килешеп эш итеүе арҡаһында Башҡортостанда электр энергияһы тарифтарына бәйле хәлдәрҙе тотороҡландырыуға өлгәштек, тип билдәләне. Һөҙөмтәлә тарифтар үҫеше ярайһы кәмегән һәм 2011 йылда бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына, шулай уҡ бюджет ойошмаларына 10-15 процент тәшкил итәсәк. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда электр энергияһына тарифтар күрше төбәктәргә ҡарағанда күпкә кәмерәк.  

Кредиттар хаҡында һөйләгәндә, эшҡыуарҙар үҙҙәре өсөн 10 процентҡа тиклемге күләмдәге ставканы ҡулай тип һанай.  

— Банктарҙың аҡсаһы бар, әммә кредиттарҙы теләр-теләмәҫ кенә бирәләр, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был проблеманы тикшерербеҙ.

Эшҡыуарҙар Рөстәм Хәмитовҡа атап әйткәндә федераль күҙәтеү органдары менән булдырылыусы административ кәртәләргә зарланды.  Республика Президенты эшҡыуарҙарҙан был тема буйынса бөтөн мәғлүмәтте йыйыуҙарын һораны, артабан йыйылған материалдар нигеҙендә Рәсәй Хөкүмәтенә дәғүәләр белдерергә мөмкин буласаҡ.  

— Кәртәләрҙе чиновниктар булдыра. Мәҫәлән, экологтар тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһауға түләү индерә. Форма буйынса был дөрөҫ, ләкин асылда – мыҫҡыллау, — тине Рөстәм Хәмитов, эшҡыуарҙарҙың был йыйым буйынса иҫәп-хисап биреүҙең үтә ҡатмарлы булыуына зарланыуын ишеткәс.

Рөстәм Хәмитов, тиҙҙән йыйылған һалымдарҙың ҙур өлөшө урындағы бюджеттарҙа ҡалдырыласаҡ, тип хәбәр итте.  

— Республиканың Финанс министрлығы ла ошоға ориентирланған, — тине Рөстәм Хәмитов.

Билдәләп үтәйек, Күмертау бюджеты 48 процентҡа үҙенең ресурстары иҫәбенә формалаша. Был күрһәткесте арттырыу өсөн яңы предприятиелар һәм эш урындары булдырырға кәрәк, ә был мәсьәлә инвесторҙар йәлеп итеүҙе талап итә.