9 декабрь, Йома

18 апрель 2011 йыл, 11:55

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән республиканың көньяғында булды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында булды.

Төбәк башлығы бер нисә социаль һәм сәнәғәт объектын ҡараны. Атап әйткәндә, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, гимназия-интернат, хореография мәктәбе, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль үҙәк эшмәкәрлеге менән танышты.

Шулай уҡ республика Президенты түңәрәк өҫтәл артында Күмертауҙың бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашты.