5 декабрь, Дүшәмбе

18 апрель 2011 йыл, 11:21

Республика башлығы Күмертауҙағы балалар хореография мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең сит илгә сәфәрен ойошторорға тәҡдим итте

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин, Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың көньяғына эш сәфәре барышында Күмертауҙағы балалар хореография мәктәбендә булды. Ул 1992 йылда нигеҙләнгән һәм Башҡортостандағы бындай берҙән-бер мәктәп булып ҡала.

Мәғариф учреждениеһында һигеҙ уҡытыусы, биш концертмейстер, йәнә техник һәм хеҙмәтләндереү персоналына ҡараған 13 кеше эшләй.

Мәктәптә дүрт бейеү залы, грим һәм костюмдар бүлмәһе бар. Бында 8-17 йәштәрҙәге 300 һәләтле бала уҡый.

Учреждениены тәьмин итеүгә йылына 253 мең һум китә.

Бәләкәйҙәр төркөмө ритмика буйынса дәрестәргә йөрөй, унда балалар дөйөм музыкаль белем ала һәм сәнғәт мәктәбенең беренсе класына уҡырға инеүгә әҙерлек үтә. Ете йылда балалар 11 фән буйынса уҡый.

Бөгөнгө көндә балалар хореография мәктәбен тамамлаған 11 уҡыусы юғары уҡыу йорттарында белем ала. Йәнә өс тәрбиәләнеүсе  — Республика мәҙәниәт техникумында, икәүһе Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография колледжында уҡый.

Күп кенә йәштәр «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Дәүләт Волга академия рус халыҡ хорының балет төркөмө кеүек дәүләт коллективтарында профессиональ бейеүсе булып эшләй.

Мәктәп уҡыусылары республика Президентына бейеүҙәрен күрһәтте, Рөстәм Хәмитов уларҙың оҫталығын юғары баһаланы.  

— Бәлки, беҙ тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең сит илгә сәфәрен ойоштора алырбыҙ, — тине ул балаларҙың остаздарына мөрәжәғәт итеп.