10 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2011 йыл, 11:03

Юрий Пустовгаров: Кисекмәҫтән электр энергияһын ҡулланыуҙы экономиялау менән шөғөлләнергә кәрәк

автор: "Башинформ"

2011 йылдың 1 ғинуарында Рәсәй энергетика тармағы реформаһының күсеү осоро тамамланды. Был осор өс йыл (2008, 2009, 2010 йылдар) дауам итте. Хәҙер ҡулланыусылар электр энергияһын  “Башкирэнерго”нан туранан-тура түгел, ә бөтә илдең күмәртә баҙары аша ала, “Башкирэнерго” ла үҙ энергияһын күмәртә баҙарына һата. Был процесты Рәсәй Энергетика министрлығы ҡарамағында махсус төҙөлгән ойошма – “Баҙар советы” көйләй, ә халыҡ өсөн Федераль тариф хеҙмәте булдырылған.

Һөҙөмтәлә электр энергияһына хаҡтар ярайһы уҡ артты. Был хәл эшҡыуарҙар берләшмәһенең һәм предприятиелар етәкселәренең республика Президентына күпләп мөрәжәғәт итеүенә сәбәпсе булды. Рөстәм Зәки улы эште үҙ ҡарамағына алды һәм федераль кимәлдә республикалағы хаҡтарға бәйле хәлде ҡарауҙы ойошторҙо. Оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң мәсьәлә хәл ителде. Был проблема буйынса аңлатмалар һорап беҙ вице-премьер Юрий Пустовгаровҡа мөрәжәғәт иттек.

— Ысынлап та, күптәр өсөн хаҡтарҙың артыуы көтөлмәгән хәл булды. Әлбиттә, энергетика хужалыҡтарының бөтә белгестәре был турала алдан белә ине, ә күҙалланған хаҡтар Федераль закон талап иткәнсә, һатыу компаниялары сайттарында бирелде, – тине ул. – Алдан уҡ шуны әйтергә теләйем: бөгөн түләүселәрҙең ике категорияһы бар – дәүләт тарафынан ҡәтғи регламентланған тарифтар буйынса түләүсе халыҡ һәм тарифһыҙ, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу хаҡтарын ғына файҙаланып, электр энергияһын ҡулланыу ҡеүәте һәм ваҡытына ҡарап, 48 категория буйынса түләгән хужалыҡ субъекттары.

Шулай итеп, 2011 йылға тариф республика халҡы өсөн 1кВт/сәғәт өсөн 1 һум 91 тин, электр плиталарынан файҙаланыусылар өсөн 1 һум 33 тин тәшкил итә, ауыл халҡы өсөн 0,7 күләмендәге түбәнәйтелгән коэффициент ҡулланыла. Сағыштырыу өсөн күршеләребеҙҙәге һандарҙы килтерәйем: халыҡ өсөн тариф Татарстанда 2 һум 43 тин, Ырымбурҙа – 2 һум 39 тин, Силәбе өлкәһендә – 2 һум 33 тин, Свердловск өлкәһендә – 2 һум 43 тин, Пермь крайында – 2 һум 49 тин, Удмуртияла – 2 һум 73 тин. Йәғни беҙҙә иң арзан билдәләнгән ҡеүәте 50 мВт-нан кәмерәк булған сәнәғәт предприятиелары кеүек ҡулланыусылар категорияһына йүнәлтелә. Һөҙөмтәлә түбән ҡулланыу ставкаһы буйынса энергия менән тәьмин ителгән хужалыҡ субъекттарында 2010 йылға хаҡтар үҫеше, тәүге вариантта ҡаралғанса 120-146 процент урынына, 111-115 процент, юғары һәм уртаса көсөргәнешлелек ставкалары категориялары буйынса сәнәғәти ҡулланыусыларҙа, 115-136 процент урынына, 111-116,4 процент тәшкил итә. Төп ҡулланыусыларҙа, билдәләнгән ҡеүәте 50 мВт-нан юғарыраҡ булған эре компанияларҙа (ундай беҙҙә 11) хаҡтар былтырғы кимәлгә ҡарағанда 132-134,7 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта бөтә ҡулланыусылар өсөн хаҡтарыбыҙҙың абсолют дәүмәле күрше төбәктәрҙәге хаҡтар менән сағыштырғанда түбәнерәк. Быны тикшереү еңел – бөтә һатыу компанияларының сайттары асыҡ. Хәҙер, ҡарар ҡабул ителгәндән һуң, БР Тарифтар буйынса комитеты үҙ ҡарарын әҙерләйәсәк һәм 1 апрелдән ҡулланыусылар өсөн иҫәптәр мин әйтеп үткән һандар сиктәрендә билдәләнәсәк.

Проблеманың икенсе яғы ла бар – хәҙер беҙҙең станциялар етештергән электр энергияһы Рәсәй өсөн дөйөм күмәртә баҙарына һатыла, ул республика өсөн бензин, двигателдәр, автобустар һәм башҡалар кеүек тауарға әүерелде. Өс йыл күмәртә баҙарына сыҡмайынса, ябыҡ система булып ҡалыуыбыҙ бумеранг булып әйләнеп ҡайтты. Ҡулланыусылар өсөн хаҡтарҙы күмәртә баҙары билдәләне, ә электр станцияларының үҙ продукцияһы – электр энергияһы менән күмәртә баҙарына инеүе хаҡ буйынса дәүләт тарафынан етди контролдә тотола. 2010 йылда уның ниндәй кимәлдә булыуы мөһим түгел, барыһы өсөн дә үҫеш 4 проценттан артмай. Шуға күрә республика 2011 йылда тулайым төбәк продуктында яҡынса 15 миллиард һумды алып еткермәйәсәк, ә уларға 1 миллиард һумлыҡ һалымдар ҙа, электр станцияларын ремонтлауға һәм модернизациялауға инвестициялар ҙа инә. 2011, 2012, 2013 йылдарҙа башҡаларҙы ҡыуып етеү бурысы ҡуйыла.

Артабан нимәләр көтә? Ике-өс йыл бөтә ил өсөн уртаса хаҡ билдәләнәсәк. Әле хаҡтарҙың түбән булыуы 2013 йылға башҡаларҙы ҡыуып етергә тейешлегебеҙҙе аңлата. Республика Президентының эштә ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә бәләкәй һәм урта бизнес, бюджет ойошмалары, сәнәғәттең ҙур өлөшө өсөн өҫтәп тағы ла бер йыл бирелеүе мөмкин.

Нимә эшләргә? Беренсенән, республика Президентына рәхмәт әйтергә, икенсенән, кисектермәҫтән ҡулланыуҙы экономиялау, энергетик аудит яһау менән шөғөлләнергә кәрәк. Һәр бер энергетика хужалығында һаҡлап тотонорлоҡ нәмәләр бар, беҙ быны күрәбеҙ. Көн һайын!