3 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2011 йыл, 10:46

Төбәк башлығы 3-сө Башҡорт республика гимназия - интернатында булды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин, Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертауҙың 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында булды. Былтыр мәғариф учреждениеһы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Мәктәп биналары комплексы уҡыу корпусынан, ашхананан, спорт залы, ике дөйөм ятаҡ корпусы һәм хужалыҡ блогынан тора. Бөтөн биналар ҙа үҙ-ара үткәүелдәр менән тоташтырылған. Гимназияны тәьмин итеү йылына ете миллион һумға төшә.

Гимназияла 150 кеше, шул иҫәптән 68 педагог эшләй. Ҡалала уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 14 500 һум тәшкил итә.

Уҡыусылар бер сменала уҡый, 26 класс-комплект бар. 549 гимназистың 273-ө интернатта йәшәй. Улар Ырымбур өлкәһенән һәм Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан килгән. Уҡыусыларҙың барыһы ла эҫе аш менән тәьмин ителгән.  

Гимназия — интернатта профилле уҡытыу алып барыла. Һуңғы өс йылда сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарға инеү проценты 74, 84 һәм 83 процент тәшкил иткән. Былтыр БДИ буйынса уртаса бал математика буйынса – 51,6, рус теле буйынса 59,1 процент тәшкил иткән.

Шулай уҡ гимназия базаһында спорт секциялары ла эшләп килә, унда балалар көрәш, кикбоксинг, гер күтәреү спорты, шашка, шахмат, волейбол һәм баскетбол менән шөғөлләнә. Ижади түңәрәктәр – театр һәм хореография студиялары, вокал ансамбле, ҡурайҙа уйнау класы, ҡул эштәре түңәрәктәре лә бар.

Президент спорт залын, ашхананы, кластарҙы ҡарап сыҡты, уҡытыусылар һәм гимназистар менән аралашты. Артабан ер аҫтынан күмерҙе газ рәүешендә сығарыу тураһында лекция тыңланы. Уҡыусылар араһында күптән түгел Байконурға сәфәрҙә ҡатнашҡан ҡыҙ ҙа бар ине. Уҡыусылар менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов, Байконкурға сәфәрҙе йылына бер тапҡыр ойоштороу планлаштырыла, тип билдәләне.