11 декабрь, Йәкшәмбе

18 апрель 2011 йыл, 10:15

Рөстәм Хәмитов Күмертау авиация етештереү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың көньяғы буйлап эш сәфәре сиктәрендә Күмертау авиация етештереү предприятиеһында булды. Был «Рәсәй вертолеттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәй вертолеттар эшләү холдингына ҡараған эре сәнәғәт компанияһы.

Бөгөнгө көндә «КүмАПП» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Камов исемендәге конструкторлыҡ бюроһының граждан һәм хәрби корабль вертолеттарын сериялы сығарыу, предприятие менән етештерелгән техниканы капиталь ремонтлау, гарантиялы һәм сервис хеҙмәтләндереүе менән шөғөлләнә. Шулай уҡ предприятиела эксплуатациялаусы ойошмаларҙың осоусыларын һәм ерҙәге хеҙмәтләндереү составтарын уҡытыу ойошторолған.

Бөгөн предприятиела 4500 хеҙмәткәр эшләй. Завод Күмертау бюджетының табыш өлөшөнөң 30 процентын формалаштыра – түләүҙәр күләме 150 млн һум тәшкил итә. Предприятие теүәл бер йылға заказдар менән тәьмин ителгән. Уртаса айлыҡ эш хаҡы – 14 мең һум самаһы. Рөстәм Хәмитов предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашып, эш хаҡының ваҡытында бирелеүе менән ҡыҙыҡһынды һәм һорауына ыңғай яуап алды.  

Шул уҡ мәлдә «КүмАПП» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең проблемалары ла бар. Мәҫәлән, предприятиены эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡала етәкселеге компетенцияһында түгел. Күп осраҡта ул продукцияһының илебеҙҙән ситтә талап ителеү-ителмәүенән тора. Вертолеттар эшләүгә контракттарҙың күбеһе сит ил валютаһында төҙөлә, ә доллар курсының тотороҡло булмауы предприятиеның зыянға эшләүенә килтерә. Шулай уҡ «КүмАПП» асыҡ акционерҙар йәмғиәте технология паркын яңыртыуға мохтаж.

Шулай ҙа компания производствоһын яңыртырға ниәтләй. Атап әйткәндә, етештереү ҡеүәттәрен модернизациялауға өҫтәмә финас средстволар бүлеүҙе күҙ уңында тотҡан «2020 йылға тиклем оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларын модернизациялау» федераль маҡсатлы программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, энергияны һаҡсыл файҙаланыусы технологиялар индереү һәм уның һөҙөмтәһендә алынған изделиелар производствоһын республика предприятиеларында урынлаштырыу планлаштырыла.

Рөстәм Хәмитов осош майҙаны һәм Ка-226 вертолеттарын йыйыу цехтары менән танышты. Бөгөнгө көнгә ҡарата предприятие 30 вертолет сығарған. Президент машинаның кабинаһына инеп, вертолет агрегаттары быуындарының нисек монтажланыуын баһаланы.