9 декабрь, Йома

18 апрель 2011 йыл, 9:35

Башҡортостан Республикаһы Сауд Ғәрәбстаны менән «баллы» килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Галина Бахшиева

14 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында Башҡортостан умартасылыҡ үҙәге менән Сауд Ғәрәбстаны Короллегенең “Баллы баҡсалар” фирмаһы араһында оҙайлы контракт килешеүенә ҡул ҡуйылды.

Республика өсөн был Рәсәйҙән ситкә башҡорт балын сығарыу буйынса сит ил партнерҙары менән аралашыуҙың тәүге тәжрибәһе генә түгел. Алты йыл элек Башҡортостан үҙенең татлы һәм, иң мөһиме, тәбиғи продукцияһын АҠШ-ҡа һәм Көнбайыш Европаға сығара башланы. Әммә Европа баҙарында ошо ваҡыт эсендә башҡорт балын һатыу күләмен байтаҡҡа арттырыу мөмкинлеге булманы.

Эш хаҡҡа бәйле. Көнбайышта бер килограмм бал яҡынса 150 һум торһа, Башҡортостан умартасылары урындағы баҙарҙа ла үҙ продукцияһын 350 – 400 һумға һата. Беҙҙең балдың юғары сифатлы булыуына ҡарамаҫтан, Европа халҡы үҙҙәрендә билдәләнгән хаҡтан ҡиммәтерәк түләргә теләмәй.

— Шуға күрә һуңғы дүрт йылда беҙ ғәрәп илдәре менән сауҙа хеҙмәттәшлеген яйға һалыу буйынса әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Улар сифат, башҡорт стилендә биҙәлгән ҡиммәтле ағас һауыттар өсөн түләргә әҙер. Шуға күрә Фарсы ҡултығы илдәре беҙҙең өсөн бик ҡулай. Унда бал һәм умартасылыҡ продукцияһы һатыу бик төшөмлө буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта хаҡы ла беҙҙең дә, ғәрәп партнерҙарыбыҙҙың да мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндерәсәк. Был – өҫтәмә һатыу баҙары, Башҡортостанға киләсәк аҡса, – тине “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов.

Башҡорт балының һәм умартасылыҡ продукцияһы ҡулланып эшләнгән косметика әйберҙәренең тәүге һынау партияһы Сауд Ғәрәбстанына быйыл августа ебәреләсәк.

— Үҙ ғүмеремдә төрлө илдәрҙән бик күп балды тәмләп ҡарағаным бар. Сауд Ғәрәбстанындағы бал баҙары бик бай – Европа, Ҡытай, Аргентина, Мексика һәм башҡа илдәрҙән килтерелгән балдың тиҫтәләрсә сорты бар, – ти “Баллы баҡсалар”ҙы ойоштороусыларҙың береһе Мәйсәрә Машаль. – Әммә, күренеүенсә, башҡорт балы – иң яҡшыһы. Кристалға әүерелһә лә тәме нәзәкәтле. Һеҙҙең бал йомшаҡ майға оҡшаш. Тәме буйынса беҙҙең өсөн ғәҙәти түгел, шуға күрә уны һайланыҡ. Тәү сиратта беҙгә сифат кәрәк.

Әлеге ваҡытта бал һәм косметик саралар һалынасаҡ һауыттарҙың дизайны эшләнә.

Ҡул ҡуйылған килешеү Башҡортостанда умартасылыҡ үҫешенә яңы импульс бирер, тип ышанырға ҡала. Өҫтәүенә, ул республика ҡаҙнаһы өсөн бик яҡшы финанс сығанаҡ булдырасаҡ.