Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә махсус проект әҙерләнә

Иҡтисад

26 майҙа йәнә Рәсәй эшҡыуарлығы көнө билдәләнәсәк. Һөнәри байрамдары уңайынан Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы «Линии торговли» журналы менән берлектә махсус проект ойоштора.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, махсус проекттың төп маҡсаттары — Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү перспективаларын һәм йомғаҡлау сараларын яҡтыртыу; бәләкәй эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса парламент тыңлауҙарына әҙерлек сиктәрендә төп проблемаларҙы тикшереү; республиканың эшҡыуарлыҡ берләшмәләренең һәм берекмәләренең эшмәкәрлеген яҡтыртыу; алдынғы һәм социаль яуаплы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт биреү.  

Өҫтәп үтәйек, Рәсәй эшҡыуарлығы көнө бизнес-мөхиттә популярлаша бара. Эшлекле программанан тыш, ул ғәҙәттә байрам өлөшөн дә күҙ уңында тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть