6 декабрь, Шишәмбе

15 апрель 2011 йыл, 17:23

21 апрелдә хеҙмәт ҡануниәтен үтәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

21 апрелдә 14 сәғәттән башлап РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә хеҙмәт ҡануниәтен үтәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү үткәрелә

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Цибизов ҡабул итәсәк.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс