9 декабрь, Йома

15 апрель 2011 йыл, 17:00

Өфөлә тиҙҙән Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге асыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Ошо арала Өфөлә Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге сафҡа индереләсәк, уның дөйөм майҙаны 1800 квадрат метр самаһы тәшкил итә. Бөтөн кәрәкле ҡорамалдар, халыҡ медицинаһы средстволары урынлаштырылып бөткән.  

Штатта әлегә 40 белгес иҫәпләнә. Киләсәктә, үҙәк ике сменала эшләй башлағас, персонал иҫәбен 100 кешегә еткереү планлаштырыла, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов.

Республика үҙәгенең төп йүнәлештәре булараҡ герудо- һәм фитотерапия, бал ҡорттарынан саҡтырыу һәм баллы массаж билдәләнгән.

темалар: апитерапия