4 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2011 йыл, 14:28

Башҡортостанда яҙғы өмәләр башлана

автор: "Башинформ"

Республика Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостанда 9 апрелдән 21 майға тиклемге осорҙа тораҡ пункттар биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үтәсәк.

Министрлыҡтарға, дәүләт комитеттарына, ведомстволарға, муниципалитет хакимиәттәренә, бөтә төр милектәге ойошмаларға, йәмәғәт берекмәләренә ихаталар, урамдар, юлдар, баҡсалар, парктар һәм үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙы таҙартырға, төҙөкләндерергә һәм йәшелләндерергә тура киләсәк. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән 2011 йылдың 10 июненә өмәләргә йомғаҡ яһаласаҡ, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.  

Белешмә өсөн. Былтыр яҙғы экологик өмәләр барышында полигондарға һәм сүплектәргә 90 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелгән (яҡынса 409 мең кубометр). 1,5 миллиондан ашыу ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. 1,8 млн квадрат метр самаһы юл япмаһы һәм 260 мең погон метр ҡойма, бина фасадтары һәм башҡа төрлө тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү элементтары ремонтланған.