7 декабрь, Шаршамбы

15 апрель 2011 йыл, 14:09

Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлеге менән танышты

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

15 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетында булды. Ведомство хеҙмәткәрҙәре уны мөһим бүлектәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, ағымдағы йылға билдәләнгән өҫтөнлөклө бурыстары хаҡында һөйләне. Улар төбәк етәксеһенә, электрон майҙансыҡтарҙың эш элементтарын да индереп, электрон аукцион процедураһын урынлаштырыуҙың тулы циклын күрһәтте.

— Беҙ дөрөҫ юлда. Ойошторолоуығыҙға ни бары ярты йыл, һеҙҙең ошо арала эшләгәндәрегеҙ – алға табан ҙур аҙым, — тине Рөстәм Хәмитов, Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса комитет хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп. — Һис шикһеҙ, беҙ был йүнәлешкә ярҙам итәсәкбеҙ. Бынан тыш, комитетты хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса ла, матди йәһәттән дә мотлаҡ көсәйтәсәкбеҙ.

— Минең уйлауымса, 2011 йыл һеҙҙең өсөн әлегә яңы булған системаның тулы ҡеүәтендә, уның бөтә аспекттарында аяҡҡа баҫыуы менән тамамланасаҡ. Ә киләһе йылда беҙ бөтөн һатып алыуҙарҙы ла электрон сауҙалар аша үткәрәсәкбеҙ. Ошо рәүешле беҙ экономияға ғына түгел, процедураның асыҡлығына ла ирешәсәкбеҙ. Шуға өҫтәп, теге йәки был рәүештә ришүәтселек мөнәсәбәттәре булдырыуға булышлыҡ итеүсе схемаларҙан тулыһынса ҡотоласаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.