10 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2011 йыл, 13:08

Башҡорт драма театры Төркиәлә халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының труппаһы  Төркиәгә «Мең һулыш һәм бер тауыш» халыҡ-ара фестиваленә юлланды. Ул 14 -25 апрелдә Конья ҡалаһында дүртенсе тапҡыр үтәсәк.

«Башинформ» агентлығына театрҙың әҙәби мөхәррире Гөлнара Кәримованың хәбәр итеүенсә, Башҡорт драма театры был халыҡ-ара төрки телле фестивалгә икенсе тапҡыр саҡырыла. Тәүге тапҡыр башҡорт артистары фестивалгә «Шәүрәкәй» милли музыкаль комедияһы менән килгәйне.

Был юлы Төркиә тамашасыһына Нәжиб Асанбаевтың «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» трилогияһы буйынса әҙерләнгән ошо уҡ исемдәге тарихи драмаһы тәҡдим ителәсәк (режиссеры Айрат Әбүшахманов).

Спектакль ысынбарлыҡтағы тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән һәм Зәки Вәлидиҙең хәтирәләре формаһында бирелә. Бында тамашасылар алдында бөйөк ғалим тормошоноң иң мөһим осорҙары кәүҙәләндерелә, һәм был ваҡиғаларҙың күбеһе Төркиәлә булып үткән.

«Әхмәтзәки Вәлиди Туған» драмаһы республиканан ситтә бер нисә тапҡыр күрһәтелде һәм, әйтергә кәрәк, был премьералар ярайһы уңышлы үтте. Беренсе тапҡыр ул Истанбулда Төркиәлә Башҡортостан фәндәре һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә тамашасылар иғтибарына сығарылды. Ул ваҡытта Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Ататөрк роле өсөн Исмәт Кюнтай исемендәге премияға лайыҡ булды.

Күптән түгел Башҡорт драма театрының Ҡазандағы гастролдәре лә тап ошо спектакль менән асылғайны.