8 декабрь, Кесе йома

15 апрель 2011 йыл, 12:03

Башҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле асыла

автор: Галина Бахшиева

16 апрелдән 1 майға тиклем республикала яҙғы һунар миҙгеле асыла. Был арала ата һуйырҙар һәм ҡорҙар, вальдшнеп, өйрәк, ҡаҙ кеүек ҡыр ҡоштарына һунар рәхсәт ителә.  

Физик шәхестәр өсөн дөйөм файҙаланыуҙағы һунарсылыҡ биләмәләрендә ҡыр ҡоштарына һунар итеүгә рөхсәт алыуҙың төп шарты — дәүләт пошлинаһын һәм йыйымын (ата һуйырҙар һәм ата ҡорҙарҙы аулау өсөн) түләү, тип иҫкәртә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

темалар: һунар