10 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2011 йыл, 10:21

Рөстәм Хәмитов һәм Екатерина Егорова миграция сәйәсәте мәсьәләләрен тикшерҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков

Өфөлә, Республика Йортонда, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте директоры урынбаҫары Екатерина Егорова менән осрашыуы үтте, унда илдәге һәм республикалағы миграция сәйәсәте мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов һәм Екатерина Егорова юғары квалификациялы хеҙмәт ресурстарын Рәсәйгә йәлеп итеү һәм йәшерен миграция менән көрәш проблемаһына ла ҡағылды.

— Республика Президентының миграция сәйәсәте мәсьәләләренә конструктив ҡарашы бар, — тип билдәләне Екатерина Егорова. – Башҡортостанда миграция хәлдәре ярайһы имен: кире эҙемтәләргә килтерерлек киҫкен мәлдәр күҙәтелмәй.

Уның һүҙҙәренсә, беҙҙең илгә килгәндә сит ил халҡы үҙен уңайлы тойһон, шулай уҡ йәшерен миграцияға бәйле хәүеф-хәтәргә юл ҡуйылмаһын өсөн, Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте әүҙем профилактика саралары үткәрә.