4 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2011 йыл, 9:41

Өфөлә наркотиктарға ҡаршы эштәрҙең һөҙөмтәлелеген тикшерҙеләр

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Республика Йортонда Башҡортостандың Наркотиктарға ҡаршы комиссияһының ултырышы үтте. Уны БР Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

— Наркотиктар милли именлеккә ҙур хәүеф тыуҙыра, — тине Рөстәм Зәки улы. — Рәсәй Федерацияһында наркотиктарға хаҡтар юғары. Шуға ла синтетик наркотиктар әйләнешенең һәм уны ҡулланыусыларҙың ныҡ артыуы кеүек йәнә бер тенденция күҙәтелә. Һуңғы биш йылда уларҙың иҫәбе ике мең кешегә артҡан һәм хәҙер туғыҙ мең тәшкил итә. Был асыҡланғаны ғына, ысынбарлыҡтағы һан күпкә юғары.  

Былтыр республикала наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 5342 енәйәт ҡылынған. 260 килограмм наркотик матдәләр тартып алынған. Был бер тапҡыр ҡулланырлыҡ 800 мең доза, йәшерен баҙарҙа уның хаҡы 110 миллион һум тәшкил итер ине. Ҡулға алынған енәйәтселәрҙең күбеһе -  курьерҙар. Үкенескә күрә, наркотиктарҙы бизнесына әүерелдергән эре эшмәкәрҙәр бик йыш яуаплылыҡтан ҡотола.

Билдәле булыуынса, наркотиктарҙың ҙур өлөшө республикаға Ҡаҙағстандан килә. Быға Афғанстан менән Урта Азияға яҡын булыу ҙа булышлыҡ итә. Ошо факторҙы мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы биш йылда Афғанстанда опий етештереү тиҫтәләрсә тапҡырға артҡан. Опий мәге һәм мәк һаламы етештереү менән бөтөн ил шөғөлләнә.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһында наркотиктар котрабандаһына ҡарата ҡулланылған сараларҙың ни ҡәҙәр һөҙөмтәле булыуын, ниндәй өҫтәмә саралар ойошторорға кәрәклеген асыҡлау зарур.      

Дәүләт наркотиктарға ҡаршы комитет аппараты етәксеһе урынбаҫары — аппараттың Волга буйы федераль округы буйынса идаралығы начальнигы Сергей Васильев доклад менән сығыш яһап, Волга буйы федераль округы төбәктәренең наркотиктарға ҡаршы комиссиялары эшмәкәрлеге хаҡында хәбәр итте. Ул, Башҡортостан үҙ бурыстарын яҡшы үтәгән төбәктәр иҫәбендә, тип билдәләне.

Рөстәм Хәмитов кодеинлы препараттарҙы рецепт буйынса һатыу тураһындағы закондың ҡасан көсөнә инеүе хаҡында һораны. «Беҙ бында һөйләшкән арала, бәлки, кемдер уны аптекала һатып алалыр, кемдер төнәтмә ҡайната, кемдер – үлә», — тип билдәләне Президент.

—  Дәүләт наркотиктарға ҡаршы комитет рәйесе Виктор Иванов был проблеманы тулыһынса аңлай, — тип ышандырҙы Сергей Васильев. — Ул төбәктәрҙең кодеинлы препараттар алыу өсөн рецепт кәрәклеге хаҡындағы тәҡдимен тулыһынса хуплай. Дәүләт наркотиктарға ҡаршы комитет яғынан Хөкүмәткә тейешле документтар әҙерләп ебәрелгән. Ҡарар 2011 йылдың 1 майынан көсөнә инә, тигән эш варианты бар. 1 майға тиклем күп ҡалманы, ниндәйҙер төҙәтмәләр, үҙгәртеүҙәр индереләлер, күрәһең. Проблема бик етди, һәм ул хәл ителә.