10 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2011 йыл, 17:27

Башҡорт дәүләт университеты халыҡ-ара хеҙмәттәшлек сиктәрен киңәйтә

автор: Эльмира Сабирова

АҠШ-тан килгән уҡытыусы, Көньяҡ Мериленд Колледжының уҡыу-уҡытыу буйынса проректоры Дебра Тервала ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университеты менән таныша.

Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, АҠШ хөкүмәте менән финансланыусы иң эре халыҡ-ара алмашыу программаһы иҫәпләнгән Фулбрайт программаһы буйынса грант алыусыларҙың береһе булараҡ, Тервала ханым Рәсәй вуздары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыуҙы маҡсаты итеп ҡуйған. Ул беҙгә тиклем Мәскәүҙә һәм Екатеринбургта булып өлгөргән.

Тервала ханым менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина осрашты. Һуңыраҡ АҠШ-тан килгән коллегаһын БашДУ-ның ректоры Әхәт Мостафин ҡабул итте. Осрашыу сиктәрендә ике уҡыу йорто араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу кәрәклеге хаҡында һүҙ барҙы. Был хеҙмәттәшлек студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыуҙы, шулай уҡ берлектәге башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы үҙ эсенә аласаҡ.

Бынан тыш, Американан килгән ҡунаҡ университеттың роман-герман филологияһы һәм иҡтисад факультеттары студенттары һәм уҡытыусылары менән әңгәмәләште.

Бөгөнгө программа сиктәрендә Дебра Тервала Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтына ла барасаҡ. Ә йома көндө, 15 апрелдә, ректор менән йәнә бер рәсми осрашыу көтөлә, унда хеҙмәттәшлек тураһында аныҡ тәҡдимдәр тикшереләсәк.