3 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2011 йыл, 16:23

Рөстәм Хәмитов: «Яҙыусылар хеҙмәтенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ»

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы яҙыусыларының XV съезы үтә. Форумға 150-нән ашыу делегат – республиканың Яҙыусылар союзы ағзалары, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәш авторҙар йыйылған.

Съезда Башҡоростан Президенты Рөстәм Хәмитов та бар, Рәсәй Яҙыусылар союзынан идара рәйесенең беренсе урынбаҫары Геннадий Иванов ҡатнаша.

Бөгөнгө көндә 232 ағзаны берләштергән төбәк яҙыусылар ойошмаһы биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай.  

Форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов залда йәмғиәткә әхлаҡи йүнәлеш биреүсе һәм күп осраҡта рухи үҫешкә булышлыҡ итеүсе кешеләр ултырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:

— Съезд — ижади ойошма өсөн оло ваҡиға. Был һуңғы йылдарҙа йыйылған профессиональ һәм ижтимағи мәсьәләләрҙе тикшереү мөмкинлеге лә,— тине республика башлығы. – Халыҡ уйҙарын һәм тойғоларын әҙиптәрҙән яҡшыраҡ берәү ҙә әйтеп бирә алмай. Яҙыусының роле баһалап бөткөһөҙ, айырыуса беҙҙә, Рәсәйҙә.

Рөстәм Хәмитов яҙыусы һәм власть араһындағы мөнәсәбәттәр кеүек мөһим темаға ла ҡағылды. Уның фекеренсә, власть әҙәби процесҡа ҡыҫылырға тейеш түгел, ләкин әҙәбиәтте, яҙыусылар эшмәкәрлеген иғтибарһыҙ ҡалдырырға ла ярамай.

— Әҙәбиәт – ул халыҡтың үҙ-үҙен һаҡлау институты, — тип билдәләне Президент. – Мөхитендә ижадсылары булғанда, халыҡ та тере. Халыҡтың теле һәм әҙәбиәте йәшәһә, ул үҙе лә йәшәй. Дәүләт яҙыусыға ярҙам итергә тейеш – быға иманым камил.

Республика башлығы мәктәптәрҙәге әҙәбиәтте өйрәнеүгә бүленгән сәғәттәрҙе ҡыҫҡартыу кеүек хәүефле тенденцияны ла билдәләне. Әҙәбиәттең көнүҙәк мәсьәләләре тип ул әҙәби тәнҡиттең үҫешмәгән булыуын, уҡыусылар менән, айырыуса төпкөлдә, бәйләнештәрҙе киңәйтеү кәрәклеген билдәләне. Бында, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Интернет ярҙам итә ала. Хәҙер республикала миллион ярым самаһы кеше интернет менән файҙалана  — был төбәк халҡының өстән бер өлөшө тиерлек.  

Төбәк башлығы съезда ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эшләүҙәрен теләне һәм яҙыусылар ижадына оло хөрмәт менән ҡарауын билдәләне.

Республика Президенты республиканың билдәле яҙыусыларына, әҙиптәренә наградалар тапшырҙы. Билдәле Рәсәй яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Талха Йомабай улы Ғиниәтуллинға (әҙәби псевдонимы — Анатолий Генатуллин) «Башҡортостан республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исем Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән уҙған йылдың декабрендә үк бирелгәйне, һәм бына хәҙер республика башлығы был награданы Талха Ғиниәтуллинға шәхсән үҙе тапшыра алды. «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһен төбәк башлығы Рәшит Низамовҡа һәм Рауил Шаммасовҡа тапшырҙы. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә  БР Яҙыусылар ойошмаһының әҙәби консультанты Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хбәрсеһе Флүр Ғәлимов лайыҡ булды.