7 декабрь, Шаршамбы

14 апрель 2011 йыл, 15:17

Өфөлә «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2011» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Кесаҙна, 14 апрелдә, Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының төп трибунаһында XVI «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2011» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Уның ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт министрлығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө хакимиәте, шулай уҡ Р Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ярҙамында «Азимут» күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте сығыш яһай.

— Беҙ күргәҙмәне үткәреү форматын яңынан ҡараныҡ. Уны халыҡ өсөн асығыраҡ һәм аңлайышлыраҡ иттек, — тине сараны асыу тантанаһында БР ер һәм мөлкәт министры Юлай Ильясов. – Фәнни конференциялар, киң мәғлүмәт саралары өсөн брифингылар һәм граждандар өсөн консультациялар быға булышлыҡ итәсәк.

— Беҙ күргәҙмәнең йыл һайын үҫә, үҙгәрә барыуына шатбыҙ,— тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин. – Ҡатнашыусыларҙың күплеге тармаҡтың йәнләнә башлауын аңлата. Күп осраҡта бында республика етәкселегенең һәм муниципаль властарҙың хеҙмәте ҙур.

Яңы асылған күргәҙмә күсемһеҙ милектең бар аспекттары ла ҡағыла. Атап әйткәндә, бында бихисап проекттар күрһәтелгән.  Улар араһында «Финанстар һәм ипотека урамы», «Ҡала янындағы йорт. Аҙ ҡатлы һәм ағас йорттар һалыу» йәрминкәһе эшләй. Уларҙың сиктәрендә кредитлау, страховкалау, материалдарҙы эшкәртеүҙең заманса технологиялары, ландшафт дизайны һәм башҡа мәсьәләләр  тулы кимәлдә сағылдырыласаҡ.  Күргәҙмә-йәрминкәнең махсус бүлеге – «Сит ил күсемһеҙ милке салоны».

Әйтергә кәрәк, был бүлектең географияһы киңәйә. Быйыл унда Франция, Испания, Ҡытай, Төркиә, Таиландтың һәм башҡа илдәрҙең күсемһеҙ милке тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, күргәҙмәгә килеүселәр белгестәрҙән был дәүләттәрҙә йәшәү өсөн нисек паспорт алыу, виза юллау, бизнес асыу һәм башҡалар хаҡында белешә аласаҡ.

Проекттарҙың ҙур өлөшө граждандарға иҫәпләнгән. Халыҡ араһында һорау менән ҡулланғандарҙың береһе – «Шәхси иғландар стенды». Ул күсемһеҙ милек менән алыш-биреш итергә йыйынған кешеләргә ориентирланған. «Буш майҙандар йәрминкәһе» коммерция күсемһеҙ милке объекттарын тәҡдим итә.

Бынан тыш, күргәҙмә-йәрминкә сиктәрендә эшлекле пограмма ла әҙерләнгән, унда тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ентекләберәк ҡараласаҡ.

Күргәҙмә-йәрминкә үҙ эшен 16 апрелдә тамамлаясаҡ.