Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың «берҙәм рәсәйлеләре» Путин өлгөһөндә республика буйлап сәфәргә сығасаҡ

Сәйәсәт

Башҡортостандың «берҙәм рәсәйлеләре» 2011 йылда көҙгөһөн, Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан, республика территорияһынан автомобилдәрҙә үтергә планлаштыра. Был хаҡта матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов хәбәр итте.

Республика буйлап автомобилдәрҙә үтеү партия лидеры Владимир Путиндың өлгөһөндә үткәрелә, ул былтыр ВАЗ-дың Лада Калинаһын Приморье крайы трассаһынында һынап ҡарағайны.  

Владимир Путиндан айырмалы, Башҡортостандың «берҙәм рәсәйлеләре» ватан машиналар эшләү сәнәғәтенең яңы автомобилдәре урынына, иҫке моделдәрҙә юлға сығырға теләй. «Победа»ларға һәм Совет заманындағы башҡа төрлө ретро-автоға өҫтөнлөк биреләсәк.

Әлеге ваҡытта был сәфәрҙең маршрутын әҙерләйҙәр һәм ҡатнашыусыларын һайлайҙар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть