Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

«БЮТ» телеканалы хеҙмәткәрҙәренең коллектив мөрәжәғәтен тикшереү буйынса комиссия булдырылды

Йәмғиәт

БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы бойороғо менән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы («Башҡортостан юлдаш телевидениеһы») хеҙмәткәрҙәренең коллектив мөрәжәғәттәрен ҡарау буйынса комиссия ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволарынан, ижади союздарҙан вәкилдәр инде. Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедовтың хәбәр итеүенсә, Телеүҙәктә әлеге ваҡытта эшлекле кәйеф хөкөм һөрә. Килеп тыуған хәлдәр БЮТ программаларының сифатына йоғонто яһамай, әммә канал хеҙмәткәрҙәренең күбеһе борсолоуын белдерә, сөнки хоҡуҡи яҡтан да, психологик йәһәттән дә үҙен яҡланған итеп тоймай. «Коллективтың юридик яҡтан яҡланған булмауы һәм билдәле психологик көсөргәнеш кире тойғолар уята», -  тине министр. Ул БЮТ коллективында һуңғы айҙарҙа барлыҡҡа килгән көсөргәнешле хәлдәрҙең  ниндәйҙер «йәшерен этник сәбәбе» булыуы хаҡындағы имеш-мимештәрҙе ҡырҡа кире ҡаҡты. «Был низағ — милли ерлектәлер, тип уйламайым, — тигән аңлатма бирҙе «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә телефон аша министрлыҡ башлығы. — Хәҙер иң мөһиме — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистарына, техник хеҙмәткәрҙәренә юридик яҡтан яҡланғанлыҡты, тыныс эшләү мөмкинлеген тәьмин итеү».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть