4 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2011 йыл, 10:17

Рөстәм Хәмитов: Башҡортостанға территориаль планлаштырыу схемаһын әҙерләүҙә системалылыҡ кәрәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы, 13 апрелдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың территориаль планлаштырыу схемаһына үҙгәрештәр индереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Уның һүҙҙәренсә, схема булыуы төбәктең инвестицион үҫешенә бөтөн шарттар ҙа булдыра һәм баҙарҙы мәҙәниәтле итә. Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында территориаль планлаштырыу схемаһын әҙерләй башлаған тәүге субъекттарҙың береһе.

— Әммә муниципаль кимәлдә был эш тотҡарланды, — тине республика башлығы. – Атап әйткәндә, Ишембайҙа, Бөрөлә, Ағиделдә эштәр яҡшынан түгел. Планлаштырыу буйынса тағы ла ауырыраҡ хәлдәр ауыл биләмәләрендә күҙәтелә.  

Рөстәм Хәмитов, муниципалитет башлыҡтары менән теге йәки был объект төҙөлөшөнә урын аныҡ билдәләнгән булырға тейеш, тип билдәләне. Бөгөнгө көндә уларға үҙ фекеренән сығып урын һайларға тура килә.  

— Был беҙҙә ошо мәсьәләлә системалылыҡтың булмауын аңлата,— тине БР Президенты. – Үкенескә күрә, территориаль планлаштырыу схемаһын әҙерләү кеүек мөһим эш Башҡортостанда тейешенсә ойошторолмаған һәм контролдә тотолмай. Артабан да былай эшләргә ярамай. Үтәлергә тейешле талаптар бар. Сөнки республиканың оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән перспективаһы ла ошоға бәйләнгән.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов, үҙебеҙҙең тәбиғәт ресурстарына таяныу, төбәктәге үҙләштерелмәгән нефть ятҡылыҡтарын өҫтәмә тикшереү өсөн мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу, шулай уҡ автобомиль магистралдәренең һәм тимер юлдарҙың транспорт үткәреү һәм йөк ташыу мөмкинлеген арттырыу территория үҫешенең өҫтөнлөктәре булып тора, тине.  

— Әлеге ваҡытта республикала 54 муниципаль райондың 34-енең генә яңы Ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы әҙерләнгән территориаль планлаштырыу схемалары бар, — тине Хәлит Мәхмүдов. — Муниципаль район биләмәләрен территориаль планлаштырыу схемалары менән тәьмин итеү күрһәткесе 63 процент тәшкил итә. Республиканың адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 47 млн һум күләмендә средстволар бүленгәндә, йыл аҙағына тиклем был күрһәткесте 87 процентҡа еткереү планлаштырыла. Республикалағы 20 ҡаланың 15-ендә яңы генераль пландар әҙерләнгән. Муниципаль район үҙәктәренең ғәмәлдәге Ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы эшләнгән генераль пландары 40 район үҙәгенең 24-ендә эшләнгән.  

Хәлит Мәхмүдовтың әйтеүенсә, алда ауыл биләмәләренең генераль пландарын эшләү буйынса күләмле эштәр тора. Уларҙы эшләүгә яҡынса 270 млн һум талап ителә.