5 декабрь, Дүшәмбе

13 апрель 2011 йыл, 17:57

Башҡортостан йылғаларында боҙ китеүгә бар хеҙмәттәр ҙә әҙер

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы Ағиҙелдә тиҙҙән боҙ китәсәк. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел йылғаһына ҡойған Ҡариҙел йылғаһы үрендә боҙ ҡуҙғалған. Димдә ҡар һыуы артыуы күҙәтелә, Эҫем йылғаһында боҙ ҡалҡҡан. Стәрле һәм Әй йылғаларында боҙ китә. Йылғаларҙа һыу кимәле төрлөсә: Ҡариҙел районындағы Һөйән ауылы янындағы һыу 137 сантиметрға ҡалҡһа, Белорет районының Ар ташы ҡасабаһы янындағы Ағиҙелдә ул 52 сантиметрға түбәнәйгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, әлегә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ҡотҡарыусылар көсө һәм средстволары йәлеп ителмәгән. Бөгөнгө көндә ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән.  

Ҡар күләмен тикшереүселәр мәғлүмәте буйынса, был көндәрҙә Ағиҙел бассейнындағы ҡар ҡатламының һыу запастары күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 25-55 процентҡа түбәнерәк.

— Ташҡындар ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙалланмай, — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән. — 14 апрелдә күпләп ямғыр яуыуы ихтимал. Көслө яуын булғанда республиканың көньяҡ райондарындағы йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә.

темалар: ташҡын