10 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2011 йыл, 16:32

Өфө биҫтәләренең береһендә 2400 йортто һыу баҫыуы ихтимал

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә, Нижегородка биҫтәһендә, ташҡын ваҡытында 2400 шәхси йортто һыу баҫыуы ихтимал. Һыу кимәле ныҡ күтәрелгәндә бының ысынлап та раҫҡа сығыуы бар. Был хаҡта Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итә.

Дөйөм алғанда быйыл яҙ республиканың баш ҡалаһында ҙур ташҡын көтөлмәһә лә, Ленин районында ташҡындың кире эҙемтәләренә етди әҙерлек алып барыла. Район территорияһында халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн пункттар билдәләнә, йөҙөү средстволары иҫәпкә алына, мәктәп уҡытыусылары менән инструктаждар үткәрелә, һыу баҫыу зонаһына эләгеүе мөмкин булған торлаҡ йорттар тикшерелә.

Элегерәк Өфөнөң Граждандар именлеге идаралығы начальнигы Александр Сопин ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәләрҙең береһендә, быйыл Өфөлә 122 кеше йәшәгән 65 йортто һыу баҫыуы ихтимал, тип хәбәр иткәйне. Ләкин был Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларында һыу кимәле күҙалланған кимәлдән ашмаған осраҡта.