7 декабрь, Шаршамбы

13 апрель 2011 йыл, 15:38

15 апрелдә БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар ҡабул ителә

автор: Ольга Мортазина

15 апрелдә БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар ҡабул ителәсәк. Мөрәжәғәт итеүселәрҙе БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы вәкиле, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп хәҙрәт Бибарсов ҡабул итәсәк. Уның менән бергә граждандарҙың һорауҙарына БР буйынса Эске эштәр министрлығының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы Халиков Айҙар Наил улы яуап бирәсәк.

Граждандар 15-17 сәғәттәрҙә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 7 адресы буйынса (Коммунистик урамы яғынан инергә) ҡабул итеүгә килә ала. (8-347) 279-40-93 телефоны аша алдан яҙылыуығыҙ һорала.

темалар: анонс