3 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2011 йыл, 15:23

Башҡортостанда «Минең Республикам» акцияһы старт ала

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, йәштәр йәмәғәт берекмәләре активистары – «Минең Республикам» социаль-экологик акцияһының төп ҡатнашыусылары.

Был традицион сара төбәктең экологик торошон яҡшыртыу һәм йәштәрҙең тирә-яҡ мөхит торошо өсөн яуаплылығын күтәреү маҡсатында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге менән ойошторолған.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Аврора урамындағы урман массивы (Ағиҙел биҫтәһе), Салауат Юлаев исемендәге парк менән БР Президенты Хакимиәте янындағы тау битләүе — Өфөлә йәштәргә таҙартырға тура киләсәк территориялар иҫәбендә.

Акцияны рәсми асыу тантанаһы 16 апрелдә Дуҫлыҡ монументы алдында үтәсәк. Ҡатнашыусыларҙы йәштәр-спорт ведомствоһы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Профсоюздар федерацияһы, Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре тәбрикләйәсәк.

Сара 11 сәғәттә башлана. Артабан акцияға БР ҡалалары һәм ауылдары ҡушыласаҡ.