9 декабрь, Йома

13 апрель 2011 йыл, 13:38

Рөстәм Хәмитов Өфө трикотаж фабрикаһында булды

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Өфө трикотаж фабрикаһында булды. Республикалағы иң эре еңел сәнәғәт предприятиеларының береһендәге производство менән танышып, төбәк башлығы күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды.

Фабрика хеҙмәткәрҙәре Рөстәм Хәмитовҡа кейем коллекцияларының, йөн пледтарҙың, төрлө сувенир продукцияһының нисек тыуыуын күрһәтеүҙән тыш, уны фабрикалағы хеҙмәт шарттары, яңы яҙғы-йәйге коллекция менән дә таныштырҙы.

— Мин һеҙҙең өсөн эшләйем, ә һеҙ минең өсөн түгел, — тине Рөстәм Хәмитов Өфө трикотаж фабрикаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу барышында. – Башҡортостан етештереүселәре донъя баҙарына ҡыйыуыраҡ сығырға, үҙенең продукцияһын тәҡдим итергә, конкурентлыҡҡа һәләтле булырға тейеш. Беҙҙең ғорурланырлыҡ, башҡаларға күрһәтерлек һәм тәҡдим итерлек нәмәбеҙ бар. Шуға күрә барыбыҙға ла был йүнәлештә тағы ла әүҙемерәк эшләргә кәрәк.