5 декабрь, Дүшәмбе

13 апрель 2011 йыл, 13:16

Бәҙри Мәмбәтҡоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналар үтәсәк

автор: Артур Ибраһимов, Әлим Фәйезов

Башҡортостандың Урал аръяғында киң билдәле тарихсы, крайҙы ѳйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғоловтың 112-се  Башҡорт кавалерия дивизияһы эскадронының легендар командиры, Сибай педагогия колледжына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Мәмбәтҡолов йондоҙо» исемле китабы донъя күрҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Бәҙри Мәмбәтҡолов БАССР-ҙа беренсе булып СССР Мәғариф министрлығының юғары наградаһына — Ушинский миҙалына лайыҡ була.  Бынан тыш, Мәмбәтҡолов — Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры,  РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларының почетлы гражданы, был ҡалаларҙағы урамдарға уның исеме бирелгән.  

Быйыл яҙ Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында ошо ҡала муниципалитеттары һәм БР Мәҙәниәт министрлығы менән ойошторолған Бәҙри Мәмбәтҡоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар үтәсәк. Рамаҙан Үтәғоловтың «Мәмбәтҡолов йондоҙо» китабын сығарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы юбилейҙы байрам итеүгә әҙерләнә башлаған да инде.

темалар: юбилейҙар