9 декабрь, Йома

13 апрель 2011 йыл, 11:50

Рөстәм Хәмитов «Сен-Гобен» концерны вәкилдәре менән осрашты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Сен-Гобен» концернының БДБ буйынса президенты Тьери Фурньер менән протокол осрашыуын үткәрҙе.

— Республика башлығын предприятиебыҙ менән таныштырыу визитыбыҙҙың төп маҡсаты булып тора,  — тине Тьери Фурньер. – Беҙ Башҡортостандағы гипс ятҡылығын эшкәртеү хоҡуғына лицензия алғанбыҙ. Йәнә башҡа төрлө бихисап проекттарыбыҙ ҙа бар.

Гипс изделиелары етештереү буйынса завод төҙөлөшө лә — улар араһында. Уны яҡынса  2014-2015 йылдарҙа тамамлау көтөлә. Планлаштырылған инвестициялар 80 миллион евро тәшкил итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу йөҙәрләгән эш урындары булдырасаҡ, ә заводтың проект ҡеүәте йылына 30 миллион квадрат метр гипс ҡатырғаһы тәшкил итәсәк.    

— Инвестиция климаты һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше потенциалы Башҡортостанда бөгөнгө көндә юғары кимәлдә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Тьери Фурньер. – Башлыса быға республика етәкселегенең ярҙамы сәбәпсе. Шуға күрә мин проектыбыҙҙың тормошҡа ашырыласағына ышанам.

«Сен-Гобен» концерны быяла, быяла һауыт һәм төргәктәр, төҙөлөш продукцияһы (йылылыҡты һәм тауышты изоляциялау, гипс ҡатырғаһы һәм гипс ҡатнашмалары, төҙөлөш иретмәләре, торбалар, сайдинг), юғары технологиялы материалдар (керамика, пластмасса, абразивтар) етештереү, шулай уҡ төҙөлөш материалдары дистрибуцияһы буйынса донъяла алдынғы урындарҙы биләй.