3 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2011 йыл, 11:05

Башҡортостанда «Парктар маршы – 2011» акцияһы башлана

автор: Галина Бахшиева

«Парктар маршы – 2011» акцияһы Башҡортостанда 22 апрелдән 30-ына тиклем үтәсәк. Уның төп маҡсаты – кешеләрҙе тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегендә ҡатнашыуға йәлеп итеү, уларҙа тәбиғәтебеҙҙең матурлығына ғорурлыҡ һәм уның торошо өсөн яуаплылыҡ тойғоһо уятыу. «Парктар маршы» сиктәрендә умырзаяларҙы һаҡлау, урмандарҙы таҙартыу, урамдарҙа һәм ихаталарҙа сүп-сарҙы йыйыштырыу, шулай уҡ территорияларҙы йәшелләндереү кеүек матур йолаға әүерелгән тәбиғәтте һаҡлау акциялары үтәсәк.

Республиканың уҡыу йорттарында экология темаһына дәрестәр, тәбиғәтте, биотөрлөлөктө һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау зарурлығы хаҡында әңгәмәләр һәм лекциялар үткәреү ҡарала.  

«Парктар маршы — 2011» акцияһында дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары һәм парктары, заказниктар, балалар экологик ойошмалары, шулай уҡ «Башҡортостан» милли паркы әүҙем ҡатнашасаҡ.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы «Парктар маршы»на 1 июнгә тиклем йомғаҡ яһаясаҡ, тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.