9 декабрь, Йома

12 апрель 2011 йыл, 17:22

БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты журналистар конкурсы иғлан итте

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты киң мәғлүмәт сараларында Дәүләт комитеты эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан итте. БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста лицензиялы электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт сараларының штаттағы һәм штаттан тыш хәбәрселәре ҡатнаша ала.

Конкурс материалдары 2011 йылдың 1 ғинуарынан алып 2011 йылдың 31 декабренә тиклем баҫтырылған булырға тейеш.

Конкурс «Баҫма киң мәғлүмәт саралары», «Электрон киң мәғлүмәт саралары», «Телевидение», «Радио» кеүек дүрт номинацияла үткәрелә.

Заявкалар һәм конкурс материалдары 2011 йылдың 31 декабренә тиклем 450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты адресына йүнәлтелергә тейеш.

Конкурс шарттары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты сайтының (goskomzakaz.bashkortostan.ru) «Мәғлүмәт» бүлегендә танышырға мөмкин.

темалар: конкурстар