Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Сәсеү кампанияһына иҫәпле генә көндәр ҡалды

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәтендә ауыл хужалығы эштәрен ойоштороу буйынса республика оператив штабы ултырышы үтте, унда төбәктең сәсеү кампанияһына әҙерлеге тикшерелде. Кәңәшмә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев рәйеслегендә барҙы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Владимир Незнанов, Рөстәм Зәйнуллин, Рәмил Нуриәхмәтов һәм министрҙың беренсе урынбаҫары Николай Коваленко үҙҙәренең йүнәлешендәге эшмәкәрлегенә иҫәп-хисап бирҙе. Улар миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү буйынса республика штабы советы етәксеһенә орлоҡтар, минераль ашламалар күләме, техниканың әҙерлеге, ташламалы хаҡтар буйынса яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү, кредит ойошмаларының ауыл хужалығы предприятиеларына финанс ярҙамы хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Бөтөн был эштәр республикала әүҙем алып барыла.  

Аграрийҙарҙың 2011 йылғы сәсеү кампанияһына әҙерлеге тамамлана. Уның башланыуына һанаулы ғына көндәр ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть