Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

«Өфө» футбол клубы көйәрмәндәре менән осраша

Иҡтисад

«Өфө» футбол клубы 18 апрелдә Ҡала мәҙәниәт һарайында миҙгел алдынан көйәрмәндәре менән осрашыу үткәрә.  

Клубтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу программаһында команданың яңы ағзалары менән таныштырыу, алдағы 2011-2012 йылдар миҙгеленә маҡсаттарҙы иғлан итеү, артистарҙың һәм Өфө ҡалаһының иң яҡшы КВН командаларының береһенең сығыштары ҡаралған.

Һәр көйәрмәндең «Өфө» футбол клубы етәкселегенә, тренерҙар штабына һәм футболсыларға һорауҙар биреү мөмкинлеге буласаҡ.

Иң яҡшы һорау авторҙарына махсус бүләктәр әҙерләнгән.

Кисә һуңында осрашыуға килеүселәр команданың баш тренеры Андрей Канчельскис һәм уйынсылар менән фотоға төшә аласаҡ.  

Теги: футбол
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть