5 декабрь, Дүшәмбе

12 апрель 2011 йыл, 14:47

Сауд Ғәрәбстаны делегацияһы башҡорт балының сифаты менән таныша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала билдәле башҡорт балын етештереү шарттары менән танышыу өсөн Башҡортостанға Сауд Ғәрәбстаны Короллегенең Honey Gardens Est (Баллы Баҡсалар) компанияһы вәкилдәре килде. Кисә Maysarah Masha’al һәм Hamza Abusitta Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә булды. Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтар Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге продукцияһының ассортименты менән танышҡан һәм үҙ иленә оҙатыласаҡ башҡорт балының, умартасылыҡ продукттары нигеҙендәге дауалау-профилактика һәм косметика сараларының беренсе партияһының күләмдәрен билдәләгән.

–Сауд Ғәрәбстанында бал баҙары бик бай – тиҫтәләгән сорттар беҙгә Европанан, Аргентинанан, Мексиканан һәм башҡа илдәрҙән килтерелә, – тине Maysarah Masha’al әфәнде. – Ләкин беҙҙең компания һатып алыусыларға ысын хазинаны – башҡорт балын тәҡдим итергә теләй. Беҙ бында юғары сифатлы продукция артынан килдек.  

Бөгөн, 12 апрелдә, Сауд Ғәрәбстанынан килгән ҡунаҡтар Умартасылыҡ үҙәгенең Архангел районындағы умарталығында булды. Визит программаһында Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия буйынса дауалау үҙәге менән танышыу ҙа ҡаралған.