5 декабрь, Дүшәмбе

12 апрель 2011 йыл, 13:50

Иртәгә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

13 апрелдә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Петр Клец ҡабул итәсәк.

Башлана — 10 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс