Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Көньяҡ Уралда башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын күпләп үрсетергә йыйыналар

Иҡтисад

Йылайыр районы башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын һәм инә ҡорттарын күпләп үрсетеү менән шөғөлләнәсәк. Башҡортостандың тап ошо районын белгестәр тәбиғәт һәм климат шарттары буйынса умартасылыҡ өсөн иң уңайлыларҙың береһе тип иҫәпләй. Өҫтәүенә, бында умартасылыҡты уңышлы үҫтереү һәм умартасылыҡ инвентарын әҙерләү өсөн етди нигеҙ бар.  

Тоҡомло башҡорт бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы элекке «Һүрәм» умартасылыҡ совхозы (әлеге Йылайыр районының Дмитриевка ауыл советы) биләмәһендә булған умарталыҡтар нигеҙендә ойоштороласаҡ.

Көньяҡ Уралдың ошо уҡ районында үҙенең умартасылар ойошмаһы булдырыласаҡ, ул төбәктә башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлау, үрсетеү мәсьәләләрендә ярҙам итергә һәм уларҙың киң таралыуына булышлыҡ итергә тейеш.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть