5 декабрь, Дүшәмбе

12 апрель 2011 йыл, 12:50

Өфөлә яҙыусы Сергей Довлатов тыуған йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ

автор: "Башинформ"

Быйыл 3 сентябрҙә бөтә донъяға билдәле рус яҙыусыһы Сергей Довлатовтың тыуыуына 70 йыл тула. Уның әҙәби мираҫын тәнҡитселәр Александр Солженицын, Иосиф Бродский һәм башҡа Рәсәй интеллигенцияһы вәкилдәренең әҫәрҙәре менән бер рәткә ҡуя. Башҡортостан Республикаһы өсөн Сергей Довлатовтың юбилейы икеләтә әһәмиәтле, сөнки ул беҙҙең яҡташыбыҙ, үҙенең әҫәрҙәрендә ул был хаҡта бер нисә тапҡыр телгә ала.  

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә Сергей Довлатов тыуған йортта таҡтаташ урынлаштырыу буйынса проектты хуплауҙы һорап Өфө ҡалаһы ҡала округынан коллектив мөрәжәғәт килде.

Өфөлә билдәле рус яҙыусыһы Сергей Довлатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙең әһәмиәтен иғтибарға алып, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов проектты хупланы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығына Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 56 адресы буйынса урынлашҡан, бөйөк яҙыусы тыуған йортта тейешле таҡтаташ урынлаштырырға ҡушты, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.