3 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2011 йыл, 12:15

Шаран районында етем балалар иғтибар үҙәгендә

автор: Рәил Мусин

Шаран районының Мичуринск ауылындағы етем һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн социаль приютта 3-18 йәштәрҙәге 25 бала көн итә.

Районда барған «Изге йөрәк» акцияһы сиктәрендә опека һәм попечителлек бүлеге инициативаһы менән ошо балалар учреждениеһы тәрбиәләнеүселәренең республиканың баш ҡалаһы Өфөгә сәфәре ойошторолдо. Ун ҡыҙ һәм малай циркта мауыҡтырғыс тамашала булды, Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсияла йөрөнө, фотоға төштө. Уларҙың күбеһе бындай ҙур ҡаланы беренсе тапҡыр күрә.

— Балалар автомобилдәрҙең һәм кешеләрҙең күплегенә хайран ҡалды, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша приют педагогы Светлана Максимова, — уларға Салауат Юлаев һәйкәленең мөһабәтлеге, театрҙарҙың матур биналары, бейек йорттар ныҡ тәьҫир итте.

Опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Әлиә Фәйзуллинаның әйтеүенсә, ололарҙың иғтибарын етемлек проблемаһына йәлеп итеү, бындай балаларға ярҙам итеү 14 апрелдә тамамланасаҡ «Изге йөрәк» акцияһының төп маҡсаттарының береһе булған. Был осраҡта сәфәргә бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн район хакимиәте үҙ өҫтөнә алған, шәхси эшҡыуар билеттар менән ярҙам иткән, сәфәргә сыҡҡан балаларҙы татлы ашамлыҡтар менән һыйлаған. Балалар йорто сабыйҙары акция барышында тиҫтәләгән уйынсыҡтар, китаптар, кейем, подгузниктар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителгән.