8 декабрь, Кесе йома

12 апрель 2011 йыл, 11:14

Башҡортостанда йыл башынан алып 1,1 миллиондан ашыу пассажир поездарҙа сәфәргә сыҡҡан

автор: Любовь Колоколова

Быйыл ғинуарҙан мартҡа тиклем Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе вокзалдары һәм станцияларынан алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа 250 меңдән ашыу пассажир сәфәргә сыҡҡан, был уҙған йылдағы ошондай уҡ күрһәткестән өс процентҡа күберәк. Ҡала яны поездары хеҙмәтенән 900 мең самаһы кеше файҙаланған.  

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн тимер юл автомобиль транспорты менән уңышлы конкурентлыҡ итә. Клиенттарының тимер юлға лояль мөнәсәбәтен һаҡлауға ташламалар системаһы ла, яңы хеҙмәттәр (билеттарҙы интернет, транзакция һәм түләү терминалдары аша һатып алыу) индереү ҙә булышлыҡ итә. Миҫал өсөн, быйылғы йылдың 1 апреленән бер нисә пассажирҙар поездарында купе вагондарының өҫкө урындарына билеттарҙы 30 процентлы ташлама менән алырға мөмкин.