5 декабрь, Дүшәмбе

12 апрель 2011 йыл, 10:41

Башҡортостан удмурттары делегацияһы Ижевскиҙа йәштәр конференцияһында ҡатнашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ижевскиҙа «Тәрбиә, мәғариф, мәҙәниәт, һөнәри эшмәкәрлек һәм ял өлкәһендә удмурт йәштәренең этноменталлеге» конференцияһы үтте. Ойоштороусыһы – Кама буйы удмурттары йәмғиәте. Форумда Удмуртия, Татарстан, Мари Иле, Свердловск һәм Киров өлкәләре вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандан Балтас, Борай, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Яңауыл райондары уҡытыусылары – удмурттар делегацияһы ҡатнашты.

Тәтешле вәкилдәре «Усточикар» («Оҫталар ҡалаһы») лагерында балалар ялын ойоштороу хаҡында һөйләне, унда балалар халыҡ кәсептәрен, милли фольклорҙы, журналистика һәм мәғлүмәт технологияларын өйрәнә.

«Яңы Тәтешле» удмурт тәрихи-мәҙәни үҙәге мөдире Антонида Шәйбәкова әйтеүенсә, Башҡортостан конференцияла яҡшы яҡтан күрһәтелгән. Форумда ҡатнашыусылар осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалған.

Конференция сиктәрендә төрлө йүнәлештәр буйынса мастер-кластар ҙа үткәрелгән.