3 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2011 йыл, 10:06

Өфөлә ҡара риэлторҙар ялған документтар буйынса алты фатир һатҡан

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостандың баш ҡалаһында риэлторҙар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә бирелергә тейешле бер нисә фатирҙы һатҡан. Енәйәт фактын Өфө буйынса Эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәр менән көрәш бүлеге оперативниктары асыҡлаған.  

Оператив версия буйынса, ҡара риэлторҙар ялған документтар буйынса кәм тигәндә ошондай алты фатирҙы һатҡан. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса был фатирҙарҙы һатып алыусылар ун миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Тәфтишселәр менән йыйылған материалдар «айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эшен асыуға сәбәпсе булған, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

темалар: мутлашыу