5 декабрь, Дүшәмбе

12 апрель 2011 йыл, 9:22

Рөстәм Хәмитов сәсеүгә әҙерлек буйынса Волга буйы федераль округы Советында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һамарҙа Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты.

Волга буйы федераль округының 14 субъекты башлыҡтары Рәсәй Президентының ошо округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота етәкселегендә яҙғы сәсеү эштәренең һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләһен тикшерҙе. Совет эшендә ил Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып, Григорий Рапота агросәнәғәт комплексының округ өсөн төп тармаҡ булыуын билдәләне. Бында Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһының дүрттән бер өлөшө етештерелә. Ул ҡаты ҡоролоҡ темаһына ла ҡағылды. Ошондай насар һауа шарттары арҡаһында Волга буйы федераль округында ауыл хужалығы продукцияһын етештереү 2009 йыл менән сағыштырғанда 53 процентҡа кәмегән. 38 процент майҙанда ауыл хужалығы культуралары һәләк булған. Һауа торошо ужым культураларын да планлаштырылған кимәлдә сәсергә ирек бирмәгән. Ужым ашлыҡтары планлаштырылған майҙандарҙың 83 процентын биләй.  

Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков төбәк етәкселәре алдында яҙғы сәсеүҙе сифатлы һәм ваҡытында атҡарып сығыу бурысын ҡуйҙы. Яҙғы сәсеүлек майҙандарын арттырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Хөкүмәт үҙ яғынан аграрийҙарға кәрәкле ярҙам күрһәтә. Быйыл ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеү буйынса дәүләт программаһына 125 млрд һум йүнәлтелгән. Өҫтәмә рәүештә орлоҡтар һатып алыуға средстволар бүленгән. Улар менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы предприятиелары бөгөн 99 процентҡа тәьмин ителгән.  

Советта яғыулыҡ-майлау материалдары, ашламалар менән тәьмин итеү, техниканың яҙғы сәсеүгә әҙерлеге буйынса саралар ҙа тикшерелде. Сәсеү кампанияһын ваҡытында үткәреүҙе тәьмин итеүгә кредит ойошмаларының ставкалары ла аныҡлап кителде.