10 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2011 йыл, 17:27

Дүртөйлө районында ғашиҡтар үҙҙәренә ҡул һалған

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан буйынса Тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәре 21 йәшлек егет менән ҡыҙҙың һәләк булыу факты буйынса тикшереү алып бара. 2011 йылдың 1 апрелендә уларҙың мәйете йәш кешенең ата-әсәһенең ихатаһында мунсала табыла. Асыҡланыуынса, ғашиҡтар уларҙың дуҫлығын ата-әсәләренең тыйыуҙары арҡаһында аҫылынған. Йәш егет туғандарына үҙенең телефонында хәбәр ҡалдырған. Үлер алдынан үҙ ҡулы менән ҡыҙ уларҙы бергә ерләүҙәрен үтенеп хат яҙған. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр был фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлай, тикшереү һөҙөмтәһендә процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итә БР буйынса Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәте.

темалар: суицид