8 декабрь, Кесе йома

11 апрель 2011 йыл, 16:16

ЮХХДИ-ны техник йыһазландырыуға республика бюджетынан 500 млн һум бүленәсәк

автор: Ольга Мортазина

2011 йылда һәр юл-патруль хеҙмәте машинаһында һәм һәр йәйәүле автоинспекторҙа  видеорегистратор буласаҡ. БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдиновтың фекеренсә, был ришүәтселеккә һәм ике яҡтың да тупаҫ мөғәмәлә итеүенә етди кәртә буласаҡ.

Быйыл уҡ бихисап светофорҙарға һәм ҡала автомагистралдәрендә камералар урынлаштырыласаҡ. Автоматлаштырылған системаға берләштерелгән камералар бөтөн ҡалалағы хәлдәрҙе теркәп барасаҡ. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарында, авария йәки бәхәсле хәлдәрҙә был яҙмалар дәлил булып хеҙмәт итәсәк.

БР-ҙың баш инспекторы хәбәр итеүенсә, БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы техник йыһазландырыуға федераль маҡсатлы программа буйынса 24 миллион һум, баш ҡала ихтыяжына Өфө бюджетынан 15 млн һум, республика бюджетынан 500 млн һум аласаҡ.

Әлеге ваҡытта республика юлдарында йәмғеһе йөҙгә яҡын яҙыусы камералар ҡуйылған, улар башлыса контроль-үткәреү пункттарында тора.  Өфөлә 59 камера һәм 20 муляж эшләй. Ләкин псевдокамераларҙың ҡайҙа урынлашҡанлығын Динар Ғилметдинов асыҡлап торманы.

темалар: ЮХХДИ