6 декабрь, Шишәмбе

11 апрель 2011 йыл, 15:34

Силәбе өлкәһе «Башҡорттар ҡоролтайы»ның яңы район бүлексәһе асылды

автор: Алина Зарипова, Тимур Рахматуллин

Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһында Силәбе өлкәһе «Башҡорттар ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының район бүлексәһен ойоштороу буйынса конференция үтте.

Пласт районы халҡы «Башҡорттар ҡоролтайы» район бүлексәһенең Башҡарма комитетын һайланы һәм уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.  Район бүлексәһе рәйесе итеп урта мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Садыҡова тәғәйенләнде.  

— Был районда башҡорттар компактлы йәшәй, — ти Зөлфиә Садыҡова. – Беҙҙең өсөн туған телебеҙҙе һәм халҡыбыҙҙың күп быуатлыҡ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу үтә мөһим.  

Пласт районы хакимиәте башлығы Александр Неклюдов «Башҡорттар ҡоролтайы»ның яңы бүлексәһенә һәр яҡлап ярҙам буласағын белдерҙе.

— Был йүнәлештә беренсе аҙымдар яһалды ла инде, – тип билдәләне район башлығы. – Урындағы мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы ставкаһы булдырылды.

«Башҡорттар ҡоролтайы» рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина ойошма эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне һәм дуҫлыҡ, артабанғы хеҙмәттәшлек билдәһе итеп район етәкселегенә бүләктәр тапшырҙы.  

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы директоры Дамир Әбүбәкиров башҡорттарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.

Конференция сиктәрендә Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы студенттары  менән әҙерләнгән концерт үтте. Егеттәр һәм ҡыҙҙар башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙы, ҡурайҙа уйнаны.