7 декабрь, Шаршамбы

11 апрель 2011 йыл, 14:28

Силәбе өлкәһенең башҡорт йәштәре үҙҙәренең етәксеһен һайланы

автор: Алина Зарипова, Тимур Рәхмәтуллин | фото: Алина Зарипова

Силәбелә Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағының отчет-һайлау конференцияһы үтте, уның йомғаҡтары буйынса иттифаҡ рәйесе итеп яңынан Тимур Сәфиуллин һайланды.

Конференцияла ҡатнашыусылар башҡорт йәштәренең туған телдәрен өйрәнеү, башҡа халыҡтар менән мәҙәниәт өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, Башҡорт йәштәре иттифағы символикаһы мәсьәләләрен тикшерҙе. AISEC халыҡ-ара йәштәр ойошмаһы вәкиле Анна Мовчан төрлө илдәр йәштәре менән аралашыу һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү перспективалары хаҡында һөйләне.

Конференция дауамында Башҡорт йәштәре иттифағының яңы символикаһы һәм Башҡорт кодексы ҡабул ителде. Тимур Сәфиуллиндың әйтеүенсә, Башҡорт кодексы – ул теләһә ниндәй милләт ҡуллана алырлыҡ универсаль ҡағиҙәләр йыйылмаһы ул, сөнки Кодекс бөтә кешелек өсөн уртаҡ ҡиммәттәргә нигеҙләнә.

Осрашыу һөҙөмтәһендә башҡорт теле курстарын ойоштороусы төркөмдәргә булышлыҡ итергә, башҡорт йәштәренең көнүҙәк проблемаларын тикшереү өсөн фекер алышыу клубы ойошторорға, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт, башҡа төрлө йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү, киң мәғлүмәт саралары менән эшләү кеүек айырым йүнәлештәрҙә эшләүсе иттифаҡ ячейкаларын ойошторорға ҡарар ителде.  

Конференция сиктәрендә Башҡорт йәштәре иттифағы етәкселеге үҙенең иң әүҙем 10 ағзаһын башҡорт халҡының милли-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауҙағы һәм үҫтереүҙәге уңыштары өсөн бүләкләне.