3 декабрь, Шәмбе

11 апрель 2011 йыл, 13:02

Азамат Илембәтов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошоға тиклем республика Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләгән Азамат Илембәтовты БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһында Указына ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары вазифаһына Виктор Пчелинцев тәғәйенләнгән. Ул территориялар һәм кадрҙар мәсьәләһе өсөн яуаплы буласаҡ, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.