8 декабрь, Кесе йома

11 апрель 2011 йыл, 12:10

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты делегацияһы ТӨРКСОЙ-ҙың штаб-фатирында булды

автор: Хәсән Дауытов,Тимур Рәхмәтуллин

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты делегацияһы Төркиә Республикаһында булып ҡайтты. Делегация составына Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесенең ярҙамсыһы Рөстәм Шәрәфетдинов, Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсете имам-хатибы Вәсил Тимерғәлиев һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Советы ағзаһы Әнғәметдин Афзалов инде. Рәсәйҙең дини хеҙмәткәрҙәре Төркиәнең дәүләт, йәмәғәт, дини эшмәкәрҙәре, ғалимдары һәм студенттары менән осрашты.

Өфөнән килгән ҡунаҡтар Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының (ТӨРКСОЙ) штаб-фатирында булды. Осрашыуҙа ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары урынбаҫары Фырат Пурташ, Төрки халыҡтары интеллигенцияһы ойошмаһының генераль директоры Мехмет Мемиш, Төркиәнең Инженерҙар һәм архитекторҙар союзы директоры Ильяс Демирджи, ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренән вәкилдәр, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Әхәт Сәлихов ҡатнашты.  

Фырат Пурташ, уҙған 2010 йыл ТӨРКСОЙ менән Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан ителгәйне, ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһына арналған бихисап мәҙәни саралар үткәрелде, тип билдәләне. Ә Тәлғәт Тажетдин Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты эшмәкәрлегенең бар донъя халыҡтары араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Анкарала Рәсәй дин әһелдәре йәнә Төркиәнең Дини эштәр буйынса фонды башлығы Мехмет Гермез һәм Төркиә Республикаһының мәғариф министры Нимет Чубукчу менән осрашты.