Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Ханты-Мансийскиҙа рәсәйлеләр менән яуланған миҙалдарҙың дүрттән бер өлөшө - Башҡортостан триоһында

Йәмғиәт

Ханты-Мансийскиҙа терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған һәм күреү һәләте насар спортсылар араһында саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Йәмғеһе 38 наградалар комплекты уйнатылды.

Бүтәндәрҙе ныҡ артта ҡалдырып, Рәсәй йыйылма командаһы команда иҫәбендә еңеү яуланы, рәсәйлеләр 48 миҙал алды – 20 алтын, 13 көмөш һәм 15 бронза. Икенсе урын алған Украина командаһында 23 награда (8-9-6). Өсөнсө урында — Канада (5-2-0).

Рәсәйлеләрҙең 14 миҙалын Башҡортостан триоһы яуланы: Кирилл Михайловта дүрт «алтын», «көмөш» һәм «бронза»; Ирек Зариповта өс «алтын», ике «көмөш» һәм «бронза»; Азат Ҡарасуринда – ике «көмөш».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть