Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡтар элекке кимәлендә ҡалған

Иҡтисад

Уҙған аҙнала Өфөлә икенсел торлаҡҡа тәҡдим ителгән уртаса хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалған. Ул элеккесә 46,04 мең һум тәшкил итә. Ике бүлмәле фатирҙар сегментында хаҡтар 0,1 процентҡа кәмегән, өс бүлмәлеләргә иһә шул уҡ суммаға артҡан.  Күп һәм бер бүлмәле фатирҙар хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған.  

«Эксперт» күсемһеҙ милк агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәте буйынса, ҡалала әлеге мәлдә иң арзан бер бүлмәле фатир 1150 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Шакша биҫтәһендә урынлашҡан, майҙаны — 38 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 18 миллион һумға һатыла. Был Киров урамындағы дүрт бүлмәле фатирҙың майҙаны 230 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында минималь хаҡ – 630 мең һум: Калинин урамы, 14,7 кв. метр. Иң юғары хаҡ – 1200 мең һум: Рәсәй урамы, 19,7 кв. метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат йорт 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны — 450 квадрат метр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть